Намаҙ, аҙандан ен ҡурҡа

2007 йылда Сереккүл тирәһендә Әхтәр ҡустым ер алып 100 баш тирәһе һарыҡ алып ебәрҙе. Будка ултырттыҡ. Рәүил менән Ишбулат уларҙы көтә башланы. Шул мәлдәрҙә генә мин намаҙ уҡый башлаған инем. Ишбулатты алып барып ҡалдырҙым көтөүгә. Икенсе көндө Рәүилде алып барҙым.

Намаҙ, аҙандан ен ҡурҡаНамаҙ, аҙандан ен ҡурҡа
Намаҙ, аҙандан ен ҡурҡа

- Кемдер төнөн йөрөгән кеүек булды, - ти Ишбулат.

Рәүилдән һорайым:

- Һин ҡурҡмайһыңмы? - тип.

- Юҡ, мин колхозда көтөүҙе күп көттөм, тауыштар ишетелһә, мин: «Бисмилләһ», - тип бысаҡты тәҙрәгә ҡаҙаһам, тып-тыныс йоҡлайым», - тип ҡалды.

Икенсе көн кис килһәм, Рәүил әйтә:

- Төнөн берәү йөрөгән кеүек булды, ә көндөҙ элекке малдар кәртәһенән бер бағанаға алып килгәйнем, миңә берәү:

- Кире алып барып һал тип тик йөрөй, - ти.

Күл буйынан утын алып килһәм, тағы шул тауыш ишетелә:

- Кире алып барып һал, кире алып барып һал! Мин аҙан әйтеп, будкала намаҙ уҡып ҡайттым. Ул мәлдә мин аҙан тауышынан ендәр китә икәнен белмәй инем. Ишбулатты ҡалдырып ҡайтып киттем. Икенсе көн килһәм, Ишбулат аптырап ултыра. Күлдә берәүҙәр йырлашып йөрөнө, ағастар араһында ла байрам итеп ултырҙылар, һарыҡтар араһында ла тауыштар ишетелә ине, ә будкала тауыш ишетелмәне.

- Һин кәртәгә инеп, шунда намаҙ уҡып ҡайт әле, - ти.

Мин кәртәгә инеп курткамды түшәнем дә, шунда намаҙ уҡып ҡайттым.Шунан һуң ғына тыныс булып ҡалды, тине көтөүселәр. Ҡайтҡас, электән намаҙ уҡып йөрөгән күршеләге Мәхмүт апама әйткәйнем ул ышанманы:

- Юуууҡ,ендәрҙе улайтып ҡына ҡыуып булмай ул, һин бит әле яңы ғына намаҙ уҡый башланың, күпселек ваҡытта, ҡайһындай белемле хәҙрәттәрҙең дә көсө етмәй уларға, - ти.

Әхтәм Боҫҡонов «Хоҙай биргән хикмәттәр шифаһы».

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас