Башҡорт һәм башҡа туған тел уҡытыусылары ассоциацияһы һәм Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге ойошторған был сәйәхәт һеҙҙең күңелгә хуш килер. Мәғрур Ҡыҙыл ҡая, ярһыу Ҡыҙыл шишмә, Изге Георгий монастыре һеҙҙе көтә. Туған тел уҡытыусылары менән тәбиғәттә үткәргән бер көн онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итер!
"Педагогик карауан" тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәгенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә алырға була.
Фото: Т. АМАНОВ.