

Ул үҙе 2022 йылда мобилизацияланған, башта разведкала хеҙмәт иткән, ә һуңынан үҙ аллы дрондар менән идара итеүҙе үҙләштерә башлаған. Инструкторҙарҙа уҡығандан һуң FPV-аппараттары һәм разведка бәләкәй осҡостары менән эшләүгә рөхсәт алған.
Бөгөн «Малой» һауанан күҙәтеү алып бара, дошман позицияларын асыҡлай, утты төҙәтә һәм штурм подразделениеларына ярҙам итә. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, разведка дрондары — армияның «күҙҙәре һәм ҡолаҡтары», ә һәр осоу барышында бары көсөн туплау һәм яуаплылыҡ талап ителә.
«БПЛА операторҙары сафын тулыландырырға йыйынған егеттәргә осоу нигеҙҙәрен өйрәнеүгә яуаплы ҡарарға, инструкторҙарҙы тыңларға кәңәш итәһем килә», — ти яугирыбеҙ.
ФОТО: Т. АМАНОВ.