

Тәжрибәле БПЛА операторҙарының береһе «Төрөк» ҡушаматлы яугир, мәҫәлән, февралдә 27 дронды юҡ иткән. Ул элек ер өҫтө техникаһын юҡ итеү буйынса махсуслашҡан булһа, хәҙер иһә пилотһыҙ осоу аппараттары менән эш итә, йәштәрҙе оҫталыҡҡа өйрәтә.
«Юлдарҙы, уларҙың нисек осоуын, ниндәй бейеклектә хәрәкәт итеүен өйрәнергә кәрәк. Һауа шарттарын иҫәпкә алырға тейешбеҙ. Томан булһа, эшләүе ҡатмарлаша, әммә беҙ барыбер эшләйбеҙ — бының өсөн технологияларыбыҙ бар. Ҡояшлы көндә улар бик бейек оса. Даими рәүештә өйрәнәһең, үҫешәһең», — тип «Төрөк».
Подразделениеның штабы ер аҫтында урынлашҡан. Күктән күҙәтеү тәүлек әйләнәһенә алып барыла, ти пилотһыҙ осоу системалар батальонының штаб начальнигы, «Альф» ҡушаматлы яугир.
«Төнгө дрондар ҙа бар. Тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында эшләйбеҙ. Шәхси состав позицияға ингәндә, уларға ҡайҙа барырға, дошманды ҡайҙан көтөргә, алда нимә көткәнен күрһәтеп, йүнәлеш бирәбеҙ. Күҙәтеп, оҙатып барабыҙ. Реаль ваҡыт режимында алғы һыҙыҡта нимә барғанын күреп торабыҙ», — ти «Альф».