Бөтә яңылыҡтар

Ағиҙел ҡалаһының иң оло кешеһен ҡотланылар

Бөгөн Ағиҙел ҡалаһында тыл ветераны Нәсимә Муллағәли ҡыҙы  99 йәшен билдәләне.

Ағиҙел ҡалаһының иң оло кешеһен ҡотланылар
Ағиҙел ҡалаһының иң оло кешеһен ҡотланылар

 Ҡаланың иң оло кешеһен ҡала хакимиәте башлығы    Денис Ирназаров ҡотланы.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында  14 йәшлек Нәсимә  ололар менән бер рәттә колхозда  эшләй. Уның тормош юлы – ныҡлыҡ һәм фиҙакәрлек өлгөһө.

“Нәсимә Мулағәли ҡыҙы  яҡындарының йылыһы һәм хәстәре менән  уратып алынған. Уның ҙур һәм татыу ғаиләһендә 4 бала, 14 ейән-ейәнсәр бар һәм бүлә-бүләсәләре үҫеп килә. Тыуған көнө менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, күтәренке күңел һәм яҡты, бәхетле көндәр теләйбеҙ. Бер йылдан осрашып,  бер быуатлыҡ юбилейын  бергәләп байрам итергә һөйләштек”, – тине  сказал Денис Ирназаров.  

Фото:Башинформ. 

Автор: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас