

Ҡомалаҡ әсеткеһенән яһалған ҡамырҙан майикмәк бешерәйек әле.
Кәрәк була:
1 литр йылы һыу,
2 аш ҡалағы тоҙ,
2 аш ҡалағы шәкәр,
1 аш ҡалағы ҡомалаҡ әсеткеһе,
1 аш ҡалағы май,
самалап он.
Башта бер кәсәгә ҡоро ҡомалаҡ әсеткеһе һәм шәкәр һалып, йылы һыу ҡойоп, ҡалҡытып алабыҙ.
Йылы һыуға тоҙ, май, ҡалҡып сыҡҡан әсеткене һалып, самалап он ҡушып, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫырға.
Ҡалҡып сыҡҡас, бер баҫып төшөрөргә. Шунан йомғаҡтарҙы йәйеп, майикмәкте бешерергә.
Фото асыҡ сығанаҡтан.