

Бөгөн Ураҙа байрамы менән Рәсәй мосолмандарын ил Президенты Владимир Путин ҡотланы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров: - Башҡортостандың мосолман өммәте беҙҙең республикалағы бөтә милләт һәм дин вәкилдәренең берҙәмлеген нығытыуға мөһим өлөш индерә. Йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, ҙур мәғрифәтселек һәм хәйриә эшмәкәрлеге алып бара. Башҡа дин вәкилдәре менән бергә Донбасста гуманитар миссия башҡара, уның тыныс халҡына, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтә. Яҡты Ураҙа байрамында һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ һәм бәрәкәт теләйем! Йортоғоҙ һәр ваҡыт йылы, ҡотло һәм етеш булһын! - тигән теләк белдерҙе.
Фото асыҡ сығанаҡтан.