Бәхет ҡошо

Бөгөн Халыҡ-ара бәхет көнө билдәләнә.

Бәхет ҡошоБәхет ҡошо
Бәхет ҡошо

 Бәхет

Нимә һуң ул бәхет?

Ҡыҫҡа бер һүҙ —

Ғүмер буйы төшмәй телеңдән,

Ғүмер буйы шуға ынтылаһың,

Ғүмер буйы йәнең-тәнеңдән

Теләгәнең ошо —

Бәхет ҡошо! —

Алға әйҙәй, үҙенә саҡырып.

Аҡ ҡанатлы сихри ҡош булып, ул

Күренмәйҙер күҙгә, ахыры?...

Бер йотом һыу,

Телем икмәк тә бит —

Булмағанда — иң ҙур бәхетең.

Һыуһын ҡанғас,

Тамаҡ туйып алғас,

Был бәхет тә ташлай тәхетен...

Әгәр булһаң юлда,

Бәхет алда —

Һинең барып етер урының.

Оҙаҡ ямғырҙан һуң

Бәхет һымаҡ

Иркәләүе ҡояш нурының.

Китап бүләк итеү ҙә бит — бәхет

Китап ҡәҙерен белгән кешегә.

Күпме бәхет

Яҡты был донъяла

Бәхет тигән һинең ишегә!..

Эшләр эштәрең күп — сикһеҙ улар!

Йөрөр юлдарың күп — шул бәхет.

Сикһеҙ һинең татыр тойғоларың,

Йырлар йырҙарың күп — шул бәхет. Йырлағанда, тик йыр бүленмәһен,

Йыр тыңланып бөтһөн — шул бәхет. Айырылғанда, тик хис һүрелмәһен,

Йәр һағынып көтһөн — шул бәхет...

Бәхет! — Ҡыҫҡа бер һүҙ.

Һәр кем уның

Үҙенсәрәк аңлай мәғәнәһен.

Мин тик шуны беләм:

Кешенең ул —

Бер ҡасан да туймаҫ нәмәһе! —

Бәхет ҡошоң — ошо тормошоң!..

Рәми Ғарипов.

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас