Артур Ғәҙелшиндың әсәһе бүләкләнде

«Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» Бөтә Рәсәй конкурсының бүләкләү тантанаһы үткәйне. Унда бүләкләнеүселәр  араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашып, батырҙарса һәләк булған Артур Ғәҙелшиндың әсәһе – Баймаҡ районының Бетерә ауылынан Сәрүәр Йәнтилина ла бар ине.

Артур Ғәҙелшиндың әсәһе бүләкләндеАртур Ғәҙелшиндың әсәһе бүләкләнде
Артур Ғәҙелшиндың әсәһе бүләкләнде

Ул «Милләт әсәһе» номинацияһында бүләкләнде. Сәрүәр апайҙың улы  «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән наградланған, үҙенең ихлас йырҙары менән халыҡ күңелендә урын алған. Артурҙың «Башҡортостан егеттәре», «Илама, әсәй» кеүек йырҙары республикабыҙҙа махсус хәрби операцияның символына әүерелде.

– Улым 2022 йылда мобилизация буйынса алынды. 2024 йылдың сентябрендә уның үлем хәбәре килде. Йырҙар яҙҙы, үҙемдә 7-8 йыры һаҡлана, ҡалғандары - Илшат Абдрахмановта,  – ти Сәрүәр Сәлим ҡыҙы.

Улының яҡты иҫтәлеген һаҡлап, яугир әсәһе матди ярҙам да күрһәтә, ҡулынан килгәнсә һаҡселтәр үрергә лә ярҙам итә.

 

АВТОР фотоһы. 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас