Аллам һаҡлаһын! Беҙгә килеп етә күрмәһен!

Инфекция таралған төбәктәрҙә малдар юҡ ителә, яндырыла. Әле инфекция 10 төбәктә таралған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Аллам һаҡлаһын! Беҙгә килеп етә күрмәһен!Аллам һаҡлаһын! Беҙгә килеп етә күрмәһен!
Аллам һаҡлаһын! Беҙгә килеп етә күрмәһен!

Мутант инфекция Новосибирскиҙа йорт малдарын юҡ итеүгә сәбәп булған.

Әле үк йөҙләгән һыйырҙар юҡ ителә. Новосибирск өлкәһе фермерҙары пастереллёз һәм ҡотороу таралыуы арҡаһында малынан яҙа. Төбәктә ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән. Ауылдар карантинда, инеү юлдарында блок-посттар ҡуйылған, полиция дежур итә. Малдарҙы махсус комиссиялар алып китә.

Пастереллёздың биш сығанағы һәм ҡотороуҙың 42 осрағы теркәлгән. Малдарҙы башта йоҡлатып үлтерәләр, ә кәүҙәләрен, видеокадрҙарҙан күренеүенсә, яндыралар.

Инфекция Новосибирск, Омск, Томск, Свердловск, Самара, Пенза өлкәләрендә, шулай уҡ Якутияла, Алтай Республикаһында һәм Сыуашстанда таралған.

Әйткәндәй, пастереллёз — эре мөгөҙлө малдың бактериаль инфекцияһы, кеше өсөн хәүефһеҙ. Таралған осраҡта карантин индерелә, малдарҙы дауалайҙар йәки вакцина яһайҙар. Әммә ҡайһы бер осраҡта  көтөүҙәрҙе менән тулыһынса юҡ итеүҙәре ихтимал.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова