Ҡулдарының шифаһы бар

"Доғалар уҡыһам, ҡулыма йылы килә һәм ҡулымды кешенең ҡайһы еренә ҡуям, шул еренә дауа бара башлай», – ти Әбйәлил районының Ишбулды ауылынан бағымсы Әхтәм Боҫҡонов. Уны бөгөн «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» Бөтә Рәсәй конкурсының бүләкләү тантанаһы башланыр алдынан кешеләрҙе дауалаған ваҡытта тап иттек.  

Ҡулдарының шифаһы барҠулдарының шифаһы бар
Ҡулдарының шифаһы бар

Бағымсыны республикабыҙҙа күптәр  яҡшы белә.

– 2007 йылда намаҙ уҡый башлағайным.  Ярты йыл үткәс, 2008 йылдың башында ҡулыма көс килеүен тойҙом. Доға уҡыһам, ҡулым йылынып китә ине. Шунан кешенең ҡайһы еренә баҫам, шул ере дауаланғанын белдем. Бөйөр-бауыр, бәүелдәге  таштары ла бөтә. Ҡалҡан биҙе лә аҫҡа төшөп китә. Бөйөрҙө дауалаһаң, кешенең ҡан баҫымы юғары күтәрелмәй. Шәкәр диабетын да ҡарайым. Кешенең арҡаһына баҫһам, бүҫере беленеп тора ла, күберәк тотһам, бөтә лә ҡуя. Баш ауыртҡандарҙы ла дауалайым. Сихыр булһа, кешенең кәүҙәһе үҙгәрә, йә ябығып китә, йә һимереп китә, эсе ғыуылдай. Эскеселәргә лә ярҙам итәм. Ғәҙәттә,  ене булһа, кеше эсә. Ятып ауырығандар булһа йәки йоҡлай алмаһалар, өйҙәренә барып ҡарайым. Доғалар ярҙамында сихыр, боҙомдо ла бөтөрөп була, – ти ул.

 

АВТОР фотоһы. 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас