Рәсәй Геройҙарының әсәләренә миҙалдар тапшырылды

«Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» Бөтә Рәсәй конкурсы  быйыл унынсы тапҡыр ойошторолдо. Уның еңеүселәре бөгөн баш ҡалабыҙҙың «Торатау» конгресс-холында тәбрикләнде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәй Геройҙарының әсәләренә миҙалдар тапшырылдыРәсәй Геройҙарының әсәләренә миҙалдар тапшырылды
Рәсәй Геройҙарының әсәләренә миҙалдар тапшырылды

«Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы» Бөтә Рәсәй ижтимағи-дәүләт ойошмаһы, «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы башланғысы менән ойошторолған проектҡа Рәсәйҙең 15 төбәгенән 500-ҙән ашыу ғариза бирелгән.

Бүләкләү тантанаһы  башланыр алдынан һәләк булған яугирҙарҙың әсәләре һәм тол ҡатындары яҙған «Әсә һүҙе» йыйынтығының исем туйы үтте. Фойела махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү зонаһы ойошторолдо, юристар, психологтар, медиктар ҙа эшләне. Бағымсылар, имселәр ҙә ярҙам күрһәтте.  Төрлө ҡул эштәренән матур күргәҙмә лә ойошторолғайны.

Сараны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары,  Башҡортостан Республикаһы спорт министры Руслан Хәбибов ҡотланы.

–  Бөгөн Башҡортостан Республикаһы, һис шикһеҙ, төп төбәк. Беҙҙә илебеҙҙең 15 төбәге ҡунаҡта! Ҡунаҡтарыбыҙ республиканың нисек үҫешеүен, әсәйҙәребеҙгә ҙур иғтибар биреүҙәрен күрерҙәр, тип ышанам!

Күп балалы ғаиләләр һаны буйынса беҙҙең республика илдә алдынғы урындарҙы биләй. Башҡортостанда йылдан-йыл күп балалы ғаиләләр арта бара. Бының өсөн рәхмәт, ҡәҙерле әсәйҙәребеҙ! – тине ул сығышында.

Ул  быйыл Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылы тип иғлан ителеүен хәтергә төшөрҙө, Рәсәй халыҡтары Ассамблеяһы үткәрелгән сараларға ярҙам  иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

Руслан Таһир улы оҙаҡ йылдар халҡыбыҙға хеҙмәт иткән ил инәләренә – Асия Солтановаға, Ләлә Биишеваға, Миңъямал Йәнбулатоваға «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалын тапшырҙы.

Унан  Рабиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» миҙалы Рәсәй Геройҙары әсәләре – Юлия Бочарова, Фатыма Ғарифуллинаға, Зафира Ямалетдиноваға тапшырылды. «Ирекмән», «Медицина хеҙмәткәре», «Бизнес-леди», «Педагог», «Мәҙәниәт», «Оҫтабикә», «Ағинәй»,  «Милләт әсәһе» номинациялары буйынса еңеүсе ҡатын-ҡыҙҙар бүләкләнде.

 

Юлай КӘРИМОВ фотолары.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова