

Хәбәр итеүҙәренсә, байрам ғибәҙәте 24 мәсеттә үтәсәк. Мосолмандар бергәләп намаҙ уҡый, вәғәз тыңлаясаҡ. Мәсеттәрҙән «Тура бәйләнеш» «Вся Уфа» һәм Башҡортостан юлдащ телеканалдарында алып барыласаҡ.
Бынан тыш, иртәнге 11-ҙән көндөҙгө 4-кә тиклем «Ләлә-Тюльпан» мәсете алдында төрлө байрам саралары планлаштырылған: концерт, хәләл йәрминкә, балалар өсөн күңел асыу программалары һәм былау менән һыйланыу. Был ваҡытта мәсет янындағы парковка ябыласаҡ.
Шулай уҡ иртәнге 6-нан көндөҙгө 4-кә тиклем Туҡаев урамында – Цюрупа урамынан Зәйнулла Рәсүлев урамына тиклем (Беренсе йәмиғ мәсете һәм Башҡортостан Мосолмандары Диниә назараты бинаһы янында) транспорт хәрәкәте туҡтатыласаҡ.
Өфө үҙәгендәге түләүле парковкалар, башҡа байрам көндәрендәге кеүек, 20 мартта бушлай буласаҡ. Йәмәғәт транспорты ял көнө графигы буйынса эшләйәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 19 март, кесаҙна көнө, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. Ә 20 март йыллыҡ түләүле отпуск көндәре иҫәбенә индерелмәй.