Мөнир Ҡунафинға - ике "бишле"!

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, драматург, шағир, публицист, РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, заманында "Йәшлек"тә йәшнәп эшләп, хәҙер "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире булған Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин 55 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй! Халҡым һәм әҙәбиәтем тип йәшәгән талантлы замандашыбыҙҙы ихлас тәбрикләйбеҙ һәм уға Ағиҙел йылғаһылай оҙон ғүмер юлы, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ-сәләмәтлек, ғаилә бәхете һәм именлеге, артабан да илһамлы һәм бәрәкәтле ижад теләйбеҙ!

Мөнир Ҡунафинға - ике "бишле"!Мөнир Ҡунафинға - ике "бишле"!
Мөнир Ҡунафинға - ике "бишле"!

Белешмә:

Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин 1971 йылдың 17 мартында Башҡорт АССР-ы Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуған. 1988 йылда Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын, 1993 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге журналистика менән бәйле. «Йәшлек» республика йәштәре гәзитендә бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип, баш мөхәррир урынбаҫары була, артабан «Ватандаш» журналында бүлек мөдире булып эшләй. 2012—2020 йылдарҙа «Шоңҡар» йәштәр журналының баш мөхәррире була, 2020 йылдың февраленән — «Ағиҙел» әҙәби-нәфис һәм ижтимағи-сәйәси журналының баш мөхәррире. 2021 йылдың 27 майында әҙип Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде.

Шиғриәт, проза менән бер рәттән Мөнир Ҡунафин драматургияла ла яңынан-яңы үрҙәр яулай. Уның Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры сәхнәләштереүендә «Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын…» фәлсәфәүи спектакле тамашасы тарафынан йылы ҡабул ителде. Драматургиялағы дебюты 2005 йыл: Ғафури районының Сәйетбаба ауылы халыҡ театры уның «Бер ус бойҙай» пьесаһын ҡуя.

Мөнир Ҡунафин Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Республика Башлығы грантына ойошторолған «Яңы офоҡтар» әҙәби бәйгеһе еңеүсеһе, Бөтә Рәсәй Василий Шукшин исемендәге хикәйәләр конкурсы, Рәшит Солтангәрәев исемендәге республика хикәйәләр конкурсы, «Илһам шишмәләре» төбәк-ара шиғыр фестивале лауреаты.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас