

Кәрәк була:
180-200 г эремсек,
2 йомортҡа,
2 ҡалаҡ шәкәр,
2 ҡалаҡ (өймәләм) он,
2 ҡалаҡ иретелгән аҡ май,
ярты балғалаҡ сода (уксуста һүндерелгән).
Эремсеккә йомортҡа, шәкәр ҡушып туҡырға. Килеп сыҡҡан массаға он, май, сода һалырға. Ҡамыр ҡуйы ҡаймаҡ кеүек булырға тейеш.
Шыйыҡ булһа, әҙерәк он өҫтәргә кәрәк.
Ҡамырҙы ашыҡмай ғына әҙер формала бешереп алырға.
Ашығыҙ татлы булһын!
Фото асыҡ сығанаҡтан.