

Аптырағандан ул Раевка үҙәк район дауаханаһына мөрәжәғәт иткән. "Прием" мәлендә табип ЖКТ-ла сит есем барлығын шик аҫтына алған. Пациентҡа фиброгастродуоденоскопия тәғәйенләнгән һәм унда трихобезоар асыҡланған. Был һирәк осрай торған патологик хәлдә йотолған сәс ашҡаҙанда йыйыла, үҙләштерелмәй һәм ваҡыт үтеү менән тығыҙ конгломерат барлыҡҡа килтерә. Был язва, үтмәүсәнлек (непроходимость) йәки эске ҡан китеү кеүек етди өҙлөгөүҙәргә килтереүе мөмкин.
⠀
Ҡыҙҙың хәл-торошон ваҡытында диагностикалау арҡаһында етди эҙемтәләрҙән ҡотолорға мөмкин булған. Әлеге ваҡытта ул белгестәр күҙәтеүе аҫтында һәм бөтә кәрәкле ярҙам ала.