Авокадо, киноа һәм йәшел һуған

Авокадо ашарға яратаһығыҙмы? Эйе, ул – файҙалы ризыҡ. Авокадо, ҡиммәт хаҡҡа һатып алып, бер аҙна өлгөргәнен көткәс, бутҡаға әйләнергә лә мөмкин.

Добавить в предпочтительные источники Google
Авокадо, киноа һәм йәшел һуғанАвокадо, киноа һәм йәшел һуған
Авокадо, киноа һәм йәшел һуған

Ә бит сифатлы зәйтүн майында ла шул уҡ майҙар бар. Был осраҡта инде ышаныслы һәм осһоҙ буласаҡ.

Замана ярмалары араһында киноа маҡтала. Унда аҡһым һәм витаминдар бар. Борондан ашаған ҡарабойҙай ярмаһы киноанан бер ҙә кәм түгел. Шулай уҡ файҙалы һәм витаминдарға бай.

Йәшел тәмләткестәрҙе магазиндан һатып алырға яратаһығыҙмы? Ә бит улар бер көндән һулый, ике көндән йәбешкәк массаға уҡмаша. Тәме әҙ, файҙаһы юҡ кимәлдә. Хаҡы, әлбиттә, яҡшы! Әгәр магазиндан бындай тәмләткес алһағыҙ, туңдырылғанын йә киптерелгәнен һайлаһағыҙ, отаһығыҙ. Тәҙрә төбөндә үҙегеҙ үҫтерһәгеҙ йә туңдырғыста көҙҙән һаҡлаһағыҙ, бигерәк шәп!

Бына шунан һығымта яһайһығыҙ инде: заманса туҡланырғамы, әллә боронғоса өйрәнгән ризыҡҡа өҫтөнлөк бирергәме?

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Римма Аҡманова