Тәтешле районы башҡорт телендә КВН үҙәгенә әйләнде!

Үрге Тәтешлелә мәҙәниәт йортонда юмор һәм ижад байрамы уҙҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тәтешле районы башҡорт телендә КВН үҙәгенә әйләнде!Тәтешле районы башҡорт телендә КВН үҙәгенә әйләнде!
Тәтешле районы башҡорт телендә КВН үҙәгенә әйләнде!

Бында Башҡортостан башлығы гранттары Фонды ярҙамы менән мәктәп һәм колледж командалары араһында «Төньяҡ-көнбайыш шаян-лигаһының» фестивале үтте.

Ойоштороусылар:
Тәтешле районы Хакимиәте, Йәштәр сәйәсәте һәм Мәғариф министрлыҡтары;
БАШҠОРТ АСЫҠ КВН лигаһы
Таланттарыбыҙҙы һәм мәҙәниәтебеҙҙе үҫтергәнегеҙ өсөн рәхмәт!

Барлығы Өфө һәм Нефтекама ҡалаларынан, Тәтешле районынан биш команда ҡатнашты. 
Һөҙөмтәләр:
Беренсе урынды Тәтешле районының балалар ижады үҙәгенән «Тәтеш» командаһы яуланы.
II урын - Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158 гимназияһынан "Башстайл" һәм Нефтекама нефть колледжынан "Тегеләй былай";
III урын  - Тәтешле районының балалар ижады үҙәгенән «ТТ» һәм Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20 гимназияһынан "ХХ Централ".

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова