«Нисек дрон операторы булырға?»

Технологиялар хәҙерге хәрби хәрәкәттәрҙең ысынбарлығын тамырҙан үҙгәртте. 2025 йылда Рәсәйҙең Оборона министрлығы пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренең яңы төрөн булдырғайны һәм уға Башҡортостан халҡы ла әүҙем ҡушыла.

«Нисек дрон операторы булырға?»«Нисек дрон операторы булырға?»
«Нисек дрон операторы булырға?»

Ә нисек дрон операторы булырға һуң? Беренсе разрядлы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты офицеры, лейтенант Алмаз Абдрахманов ошо хаҡта һөйләне.

Уның һүҙҙәренсә, һайлап алыу процессы 2–3 көн дауам итә: теркәлеү, медицина ҡарауы, документтарҙы тикшереү, профессиональ һайлап алыу һәм контракт төҙөү. Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре 45 йәшкә тиклемге ир-егеттәрҙе ҡабул итә. Кандидаттар үҙҙәренә ышаныслы, техник яҡтан әҙерлекле, физик яҡтан сыҙамлы һәм хөкөм ителмәгән булырға тейеш. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм махсус хәрби операция ветерандары ҡаралмай. Ғәскәр төрө яңы булыуға ҡарамаҫтан, йыйыу даими бара.

«Әлеге ваҡытта беҙҙең дрон операторҙары  – 45 йәшкә тиклемге ир-егеттәр. Улар үҙҙәренә ышанған, техника менән ҡыҙыҡһынған, ваҡ моторикаһы үҫешкән, компьютер менән эшләй белгән, физик яҡтан әҙер һәм белемле. Шулай уҡ улар хөкөм ителмәгән булырға тейеш, – тип кандидаттың портретын һүрәтләне Алмаз Абдрахманов.

Ул шулай уҡ төбәктең хәрби комиссариаты яңы ғәскәр төрөн әүҙем таныта тип билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, инструкторҙар көн һайын уҡыу йорттарына барып, студенттар менән әңгәмәләр үткәрә, пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүҙең мөмкинлектәре һәм өҫтөнлөктәре тураһында һөйләй.

Хеҙмәт итеү һәм ташламалар тураһында ентекле мәғлүмәтте 122 һаны буйынса, башбат.рф сайтында, шулай уҡ «Башҡортостандың пилотһыҙ ғәскәрҙәрендә хеҙмәт» чат-боты аша белергә мөмкин.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас