“Балаларығыҙҙы үҙегеҙҙең заманығыҙҙан башҡа заман өсөн уҡытығыҙ, сөнки улар һеҙҙең заманығыҙҙан башҡа бер заманда йәшәү өсөн донъяға килгән”.
“Алтындан баһалы, ожмах ниғмәттәренән ҡәҙерле булған нәмә – тәрбиәле балалыр. Ата һәм әсә өсөн тәрбиәле бала дәрәжәһендә олуғ байлыҡ һис булмаҫ. Тәрбиәле бала донъяла йәнгә шатлыҡ һәм Ахирәттә йөҙгә аҡлыҡ килтерер”.
”Ғилем һәм тәрбиә орлоҡтарын хәҙер ихлас мөхәббәт менән сәсһәгеҙ, киләсәктә файҙалы емештәрҙе лә үҙегеҙ йыйырһығыҙ”.
”Бала саҡта алынған тәрбиәне һуңынан бөтә донъя халҡы ла үҙгәртә алмаҫ”.
”Олуғлыҡ, игелеклелек һәм ғиззәтлелек – ғилем һәм күркәм әхлаҡ нәтижәһелер”.
“Тәрбиә – аҡрынлыҡ һәм тәртип менән камиллыҡ булдырыу.”
“Изге балалар күктән килмәйҙер, бәлки ғаилә эсендә етешәлер.”
«Ғилем юлы – бик ҡәҙерле юлдыр, ләкин бик мәшәҡәтле һәм ауырҙыр. Шулай булһа ла, осо – бәхеткә, ахыры камиллыҡҡа барып туҡтайҙыр».
Ризаитдин Фәхретдин нәсихәттәре.
Фото асыҡ сығанаҡтан.