Сауаптарын алып ҡалайыҡ!

Йылайыр районының Ҡашҡар ауылында педагог, журналист, яҙыусы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Әмир Моратовтың тыуыуына 100 йыл, журналист, тәржемәсе, Бөйөк Ватан һуғышында вафат булған шағир Төхвәт Мораттың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған шиғыр һәм йыр конкурсы үтте.

Сауаптарын алып ҡалайыҡ!Сауаптарын алып ҡалайыҡ!
Сауаптарын алып ҡалайыҡ!

Был сара яҡташ әҙиптәрҙе ҙурлау, ижадтарын өйрәнеү, киләсәк быуынға тапшырыу маҡсатында ойошторолдо. Кисәлә шәхестәр тураһында яҡты иҫтәлектәр яңғыраны. Шулай уҡ был сараны Моратовтарҙың шиғырҙарына яҙылған йырҙар биҙәне.

- Изге ураҙа айында үҙ шәхестәребеҙҙе ҙурлау оло сауап булып тора. Быуындар бәйләнешен күрһәтеп, Әмир Моратовтың балалары, ейәндәре һәм мәктәп уҡыусыларының ихлас ҡатнашыуы ҡыуандырҙы. Бәйгеселәр һәр ауылдан тиерлек булды. Барыһы ла матур сығыш яһаны, ауыл хакимиәтенән, Әмир Моратовтың балаларынан, туғандарынан шәп бүләктәр алып ҡыуанып таралышты. Арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе ҙурлап, күтәреп, данлап йәшәйек. Ойоштороусыларға, балаларына, ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт! Именлек теләйбеҙ!- ти был хаҡта музей етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Мәҙинә Нәҙерғолова.

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас