Бөтә яңылыҡтар

«Мин теге донъяла булып ҡайттым бит әле”

Мин үҙем Сибай ҡалаһынан, бала саҡтан дини ғаиләлә үҫтем, өләсәй-олатай тәрбиәһендә. 

«Мин теге донъяла булып ҡайттым бит әле”
«Мин теге донъяла булып ҡайттым бит әле”

Дини кешеләргә ҡарата хөрмәтем һәм ихтирамым сикһеҙ ҙур минең, әлхәмдүлилләһ. Һәр ваҡыт аралашып йәшәйем улар менән.

1922 йылдың көҙөндә йорт эргәһендәге эскәмйәлә ултыра инем. Ҡултыҡлашып, оло йәштәге бер пар килә. Ә мин уларҙы күҙәтәм, был Мәрфүға апай түгелме икән? Ни өсөндөр, уға оҡшамаған да һымаҡ. Бәләкәйләнеп ҡалған, ныҡ ябыҡҡан, саҡ-саҡ атлап килә. Мәрфүға апай оҙон буйлы, матур ғына апай ине тип уйлап, ҡарап ултырам.

Яҡынлашҡас, Мәрфүға апай: “Диләрәү, сәләм һиңә, һине күрергә тип сыҡтым, хәләлемә: “Әйҙә мине Диләрә һеңлемә алып бар!” – тинем. Әлхәмдүлилләһ, бына һине осраттым бит! Аллаһү Тәғәләмә меңләгән шөкөр һине күреүемә”. Хәләленә: “Ярар һин ҡайта тор, мин Диләрә менән һөйләшеп алайым” – тип, хәләлен ҡайтарып ебәрҙе.

Үҙе бик уйсан, әммә йөҙөнән нур бөркөлә ине. “Диләрә һеңлем, мин теге донъяла булып ҡайттым бит әле” – тине. Күҙҙәре йәш менән тулды... “Мәрфүға апай!” – тип ҡосаҡлап алдым... “Мин “унда” – теге әхирәт донъяһында Ҡөрьән мәжлестәрендә йөрөнөм. Әруахтар донъялыҡтағы уй-ғәмәлдәрҙе белеп торалар икәнен аңланым. Уларҙың балалары, туғандары үҙ әруахтары рухына Ҡөрьән мәжлесен үткәрергә ниәтләгәс, бергәләп, ярҙамлашып, әҙерләнә башлайҙар. Әруахтарға был ниәттәр еткерелә, сөнки был мәжлестәр улар өсөн иң ҙур байрам икән бит! Шуға ул дин мәжлестәрен һағынып көтөп йөрөйҙәр, матур итеп кейенәләр. Табындар әҙерләнеүгә, әруахтар бергә йыйылалар: “Бөгөн минең вариҫтарым миңә Ҡөрьән уҡыйҙар!” – тип, бер-береһе менән күрешеп, ҡосаҡлашалар, шатланышалар. Өҫтәлдә әҙерләнгән ризыҡтар – йәннәт ризыҡтары булып китә. Ундағы яҡтылыҡтың беҙҙә юҡ тине. Унда төн дә шундай яҡты икән!

Ә беҙ йәшәгән донъяла нимә уйлайһың, бөтә уйҙар кино кадры һымаҡ унда күрһәтелә: кем мәжлескә нисек кейенеп килгән, ниндәй уй-теләк менән килгән, тулы тәһәрәт менән килгәнме – барыһы ла теге донъяла асыҡ күренә. Ҡөрьән мәжлестәренә йөрөп, арып бөттөм. Теге донъя бааар!..” – тип һөйләне Мәрфүға апай.

“Икенсе еңгәйем мәрхүм булғас, балалары: “Ярар, атаныҡы менән бергә Ҡөрьән мәжлесен үткәрербеҙ әле”, – тип һөйләшкәндәр ине. Был һөйләшеүҙәр теге донъяла ап-асыҡ ишетелеп тора. Шунан үҙемдең әсәйем, миңә әйтә: “Ана еңгәңде күрәһеңме, башын аҫҡа эйеп, мәхрүм булып, уйланып ултыра. Һиңә ҡайтырға кәрәк, Мәрфүға ҡыҙым. Өҫтәл йыйып, ризыҡ әҙерләп, мәжлес үткәрергә ҡыҙҙарына ярҙам ит. Әсәләре, башҡа әруахтары көтәләр. Сөнки Ҡөрьән мәжлесе уларҙың рухтарын нурландырып, шатландыра”, – тине Мәрфүға апай. Ул бераз уйланып торҙо ла; “Иң ҡурҡынысы –  тамуҡ!” – тип өҫтәп ҡуйҙы. – “Миңә тамуҡты ла күрһәттеләр. Шундай ҡурҡыныс, Аллам Үҙе һаҡлаһын! Унан ҡотолоу өсөн намаҙ уҡырға кәрәк. Иң мөһиме – шул!” – тип киҫәтте. “Йәннәткә алып киттеләр. Унда шул тиклем матурлыҡ: бөтә сәскәләр тәсбихта, ағас япраҡтары ел иҫкән һайын: "Ләә иләәһә илләллааһ!" – тип һелкенә. Шишмәләр, йылғалар барыһы ла: "Ләә иләәһә илләллааһ!" – тип, шылтырап ағалар. Намаҙ уҡығандар, зекер әйтеп, болот аҫтында, ағас күләгәһендә ултыралар. Шундай матурлыҡ, шундай яҡтылыҡ, хозурлыҡ унда! Ундай яҡтылыҡтың беҙҙә юҡ тиңе...

Хәҙер әс-Сиран күпере аша сығырға ҡуштылар. Ҡылдан да нәҙек, аҫҡа ҡараһаң – ҡот осҡос хәүефлелек! Уң аяғыма баҫтым, һул аяғыма баҫырға ҡурҡам. Шунан бер япраҡ төштө, мин шул япраҡҡа баҫыуым булды, күҙ асып йомғансы, йәшен тиҙлегендә әс-Сиран күпере аша сыҡтым. Сыҡҡас, япраҡты күрһәттеләр, япраҡта: "Ләә иләәһә илләллааһ!" яҙыуы бар ине. “Был һүҙҙәр – 8 йәннәт асҡысы!” – тип әйттеләр. “Уны бер ваҡытта ла телегеҙҙән төшөрмәгеҙ, әйтеп йөрөгөҙ, йәннәтле булырһығыҙ!” – тип күңелгә һеңдергәнсе әйттеләр. Мәрхүм булған әруахтар менән бергә йөрөнөм: әсәйем, атайым, туғандарым менән. Тағы бер мәжлестә булдыҡ. Шунан әсәйем менән атайым: “Мәрфүға, һиңә ҡайтырға кәрәк, барыһын да туғандарға һөйлә, мәжлестәргә матур итеп кейенеп, камил тәһәрәт менән килһендәр. Әйтеп һөйлә әйҙә. Минең ундағы рәхәтлекте күргәс, бер ҙә бында ҡайтаһым килмәне. Ҡайтмайым тим. Ризалаштым. Шунан атайым: "Юҡ, Мәрфүға ҡыҙым, һин ҡайтаһың, һиңә бында килергә иртәрәк әле", – тип арҡамдан һөйгәндә, мин уянып киттем", – тине Мәрфүға апай.

Уянғанда, янымда 3 табип тора ине. Мин: "Ләә иләәһә илләллааһ!" – тип әйтеп, аңыма килгәнмен. Табиптар мине һораштылар. Әхирәт донъяһы бар, шунда булдым тип, уларға унда күргәндәремде һөйләнем. Аптырап, хайран ҡалып мине тыңланылар. Аҙаҡ шул табиптарҙың береһе намаҙға баҫҡан икән. Әлхәмдүлилләһ, Раббым ғүмер биргәс, оҙаҡлап булһа ла терелеп, өйгә ҡайттым. Бөтөн туғандар йыйылып, хәл белешергә килделәр, мине үлгән тип уйлап бөтөргәндәр ине. Туғандарыма күргәндәремдең барыһын да һөйләнем. Ҡөрьән мәжлестәрендә булғанымды, кемдәр менән бергә ултырғанымды һәм өҫтәлдә нинди ризыҡтар әҙерләгәндәрен Аллаһы Тәғәлә барыһын да белеп тора! – тип һөйләгәнемде иғтибар менән тыңланылар.

Беренсе еңгәйемә: "Бикбулаттарҙың Ҡөрьән мәжлесендә мин дә булдым бит!", – тип әйткән инем, еңгәйем аптырап ҡарап торҙо ла: "Мәрфүға, мин һине ашҡа саҡыра алманым инде, һин больницала булдың бит", – тине уңайһыҙланып. "Ә мин теге донъяла һеҙҙең менән булдым, ундағы әрүахтарҙан бөтәбеҙ ҙә ул мәжлестә булдыҡ", – тинем. Өҫтәлгә нинди ризыҡтар әҙерләнгәнен һәм кемдәр ҡунаҡҡа килгәнен һөйләп бирҙем. Еңгәйем илап ебәрҙе... Әрүахтарға Ҡөрьән мәжлесе үткәреп, иҫкә алырға кәрәк. Ул – иң сауаплы, изге ғәмәл! – тип аңлаттым барыһына ла. Мәхрүм генә ултырған еңгәйемдең дә атайыҡы менән бергә үткәрербеҙ тип уйлаған ҡыҙҙарына һөйләгән инем, әй иланылар улар ҙа, бик борсололар. Туғандарҙы йыйып, Ҡөрьән мәжлесен бергәләп үткәрҙек. Миңә теге донъяла тағы әйткәндәр: "Намаҙ уҡығыҙ! Ҡөрьән уҡығыҙ! Зекер әйтегеҙ!" – тип әйттеләр. Ә "Ләә иләәһә илләллааһ!" – зекере күңелегезҙән бер ҡасан да китмәһен, телегеҙҙән төшмәһен, гел әйтеп йөрөгөҙ, – тине ҡат-ҡат Мәрфүғә апай. Теге донъяның барлығы хаҡ икән. Аллаһ – бер, Аллаһ – хаҡ! Ике донъя бәхеттәренә төрөнөп йәшәргә насип булһын һәрберебеҙгә. Иншә Аллаһ.

Комала саҡта теге донъяла булып, ҡайтҡан Мәрфүға апай һөйләгәндәрҙе башҡаларға уйландыра торған ғибрәтле дәрес булһын өсөн Апанай мәҙрәсәһе остазы Диләрә Рафиҡова яҙып алды. Башҡортостан, Сибай ҡалаһы. 01.02.2024 йыл.

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас