Ҡыйғы районының Ҡолмәт ауылында хайуандарҙың ҡотороу сире буйынса карантин иғлан ителгән. Эпизоотик үҙәк тип Ленин урамындағы бер шәхси хужалыҡ табылған, карантин бар ауыл биләмәһенә иғлан ителгән.
Бында ситтәргә инеү, сирле хайуандарҙы дауалау, малды-хайуандарҙы ситкә сығарыу тыйыла.
Әле ауылда дәүләт ветеринария хеҙмәткәрҙәре эшләй. Унда вакцина яһалырға, берәҙәк хайуандарҙы, эт-бесәйҙәрҙе тотоу ойошторолорға тейеш.