– «Йәшлек» гәзитенә һәр ваҡыт яҙылам. Яратҡан баҫмам ул. Унда минең шиғырҙарым да йыш баҫыла. Бик йөкмәткеле, матур гәзит.
Мин, ғөмүмән, ота торған кеше түгел. Беренсе тапҡыр бүләк тә оттом. Бик шатмын, «Йәшлек» гәзитенә бик ҙур рәхмәт.
"Мин "Йәшлек", "Башҡортостан", "Өмөт" гәзиттәренә, шулай уҡ "Толпар", "Шоңҡар", "Тамаша" журналдарына яҙылдым. Тик уларҙың бөтәһе лә ваҡытында килмәй, һуңлап ҡына ҡулыма барып етә. Дөйөм алғанда, мин интернет аша уҡырға яратмайым, сөнки ҡулға тотоp уҡыуға күнеккәнмен. Ҡулға алып, биттәрен ҡыштырҙатып, рәхәтләнеп уҡыуҙан алынған ләззәт бер ни менән дә сағыштырғыһыҙ.
Һәр берегеҙҙе гәзиткә яҙылырға саҡырам. «Йәшлек» гәзитенә яҙылһағыҙ, йәш булып ҡалырһығыҙ, — ти Флёра апай Шәрипова.
АВТОР фотоһы.