Бөтә яңылыҡтар

Ауыҙға ҡаҡырыҡ килеү тәһәрәтте боҙамы?

Туғыҙ төрлө эш тәһәрәтте боҙа. Намаҙ уҡырға өйрәнеүселәр быларҙы мотлаҡ белергә тейеш.

Ауыҙға ҡаҡырыҡ килеү тәһәрәтте боҙамы?
Ауыҙға ҡаҡырыҡ килеү тәһәрәтте боҙамы?

 

  1. Артҡы яҡтан һауа сығыу;
  2. Алғы һәм артҡы юлдан оло йәки кесе хәжәт йәки башҡа нәмә килеү.
  3. Йәрәхәттән ҡан, эрен йәки һары һыу ағыу;
  4. Танау йәки теш ҡанау;
  5. Ауырыу сәбәпле күҙҙән лайлалы йәш ағыу;
  6. Ауыҙ тултырып аҙыҡ йәки әҙ генә ҡан ҡоҫоу;
  7. Ятып йәки һөйәлеп йоҡлап китеү;
  8. Тилереп йәки иҫереп аңды юғалтыу;
  9. Ҡысҡырып көлөү.

Йәрәхәтләнгән ерҙән ҡан, эрен йәки һары  һыу әҙ генә сыҡһа һәм ситкә аҡмаһа, тәһәрәт боҙолмай.

Тирләү, күҙҙән лайлаһыҙ  йәш ағыу, ауыҙға ҡаҡырыҡ килеү тәһәрәтте боҙмай.

Ә тәһәрәт алғанда ниндәй эштәр шелтәләнә?

  1. Һыуҙы күп исраф итеү;
  2. Уң ҡул менән таныуҙы һемгереү;
  3. Ағзаларҙы өстөн артыҡ йәки кәм йыуыу;
  4. Башҡа ике мәртәбә мәсех ҡылыу;
  5. Йөҙгә һыуҙы ҡаты итеп һибеү;
  6. Һыуҙы кешеләрҙән һалдыртыу;
  7. Тәһәрәт алғанда донъяүи һүҙҙәр һөйләү;
  8. Тәһәрәт алғанда һыуға төкөрөү йәки һемгереү.

 

Унан алда Намаҙ уҡыу өсөн тәһәрәт алырға өйрәнәйек! яҙғайныҡ. 

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас