

Был хаҡта Өфө районының Михайловка ауылындағы «Иман» мәсетенән абыстай, хажиә Раббиа ханымдан һораныҡ.
– Әссәләмәғәләйкүм. Хәйер бирергә ярай. «Һәр ғәмәл ниәткә ҡарап баһалана», – тиелә хәҙис-шәрифтә. Әгәр ҙә беҙ хәйер һораған кешегә «Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн хәйер бирәм» тип бирәбеҙ икән, ул беҙгә әжер-сауап булып яҙыла.
Рамаҙан айында изге эштәр өсөн икеләтә әжер-сауап яҙыла. Мохтаждарҙы хәйер-саҙаҡалар биреп тә, ризыҡлата ла ҡыуандырырға була. Аллаһы Тәғәлә барыбыҙҙан да ҡәнәғәт булһын ин шәә Аллаһ! – тине Раббиа ханым.