Тәһәрәт алыр алдынан: «Әғүҙү билләһи минәш-шәйтаанир-ражиим. Бисмилләһир-рахмәнир-рахиим. Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн намаҙ тәһәрәте алырға ниәт ҡылдым», – тип ниәт ҡылына.
- Ҡулдарҙы беләҙеккә тиклем өс тапҡыр йыуабыҙ. Бармаҡ араларында ҡоро урын ҡалмаҫҡа тейеш. Балдаҡ булһа, уны сисеп, уның аҫты ла йыуыла.
- Унан уң ҡул менән һыу алып, ауыҙҙы өс тапҡыр һәйбәтләп сайҡайбыҙ.
- Уң ҡулыңдың усына һыу алып, уны танау эсенә индереп, һул ҡул менән һемгерелә һәм шулай өс тапҡыр эшләнә.
- Маңлай сәстәренең ҡырынан алып, ике ҡолаҡҡа һәм эйәк аҫтына тиклем өс тапҡыр битте йыуырға. Ир-егеттең һаҡалы булһа, бармаҡтары менән аралаштырып, уға ла һыу тейҙерелә.
- Башта уң ҡул, унан һул ҡул терһәккә тиклем өс мәртәбә йыуабыҙ.
- Бер тапҡыр башҡа мәсех ҡылына, йәғни уң ҡулды сылатып, баштың дүрттән бер өлөшөнә һыу тейҙерелә. Һуҡ бармаҡтар менән ҡолаҡ эстәре, баш бармаҡтар менән ҡолаҡ арты бер тапҡыр һыпырылып сығыла. Өс бармаҡтарҙың тышҡы яғы менән муйындың артына мәсех ҡылына.
- Иң аҙаҡтан аяҡтар өс тапҡыр йыуыла.
Фото: Т. АМАНОВ