

Был — уның шәхси копилкаһы, кеҫә сығымдарынан йыйып барған аҡсалары. Дөйөм сумма — 6 250 һум. Артем үҙенең йыйған аҡсаһын ирекмәндәргә икенсе тапҡыр килтерә. Был эш артында күҙҙәргә йәш килтерерлек тәрән шәхси тарих ята.
2023 йылда Запорожье өлкәһендә Артёмдың бер туған ағаһы батырҙарса һәләк була. Оло юғалтыу ҡайғыһынан малай әлеге көндә махсус хәрби операцияла булғандарға ярҙам итә башлай.
«Ағайым өсөн үс алып, Еңеү менән ҡайтыуҙарын теләйем!» — ти Артём.
Был һүҙҙәрҙә балаға хас булмаған ныҡлыҡ һәм үҙ ғаиләһенә, Ватанына булған ҙур һөйөү ята.
Уларҙы тәрбиәләгән ата-әсәһе — Татьяна Николаевна менән Альберт Александровичҡа ҙур рәхмәт.
Фото: Т. АМАНОВ.