Республиканың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина хәбәр итеүенсә, төбәктең юғары уҡыу йорттары абитуриенттарҙы ҡабул итергә әҙер. Уның белдереүенсә, ун беренсе класты тамамлаусыларҙың 75 проценты бюджет урындарына дәғүә итә ала.
2026 йылда республикала 11 класты тамамлаясаҡ 16,5 меңдән ашыу потенциаль абитуриент иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында урта һөнәри һәм юғары белем биреү программалары, шулай уҡ аспирантура һәм ординатура буйынса бюджет урындарының дөйөм күләме – 17 меңдән ашыу. Был күрһәткес 2025 йыл менән сағыштырғанда 3,2 процентҡа артҡан.
Башҡортостанда «мәктәп – юғары уҡыу йорто – предприятие» моделе буйынса һөнәри йүнәлеш биреү системаһы әүҙем үҫешә. Система инструменттарының береһе – 15 предуниверсарий, йәғни был юғары уҡыу йорттары ҡарамағындағы махсус белем биреү майҙансыҡтары. Уларҙа өлкән класс уҡыусылары профилле предметтарҙы тәрән өйрәнә һәм буласаҡ уҡыу йүнәлештәре менән таныша. 2025 йылда был уҡыу йорттарының 430-ҙан ашыу тәрбиәләнеүсеһе республиканың юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән.
2026 йылғы ҡабул итеү кампанияһы «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында «Юғары уҡыу йортона уҡырға онлайн инегеҙ» суперсервисы ярҙамында үтәсәк. Абитуриенттар ғариза бирә һәм документтарын шәхси кабинетында һаҡлай ала. Шул уҡ ваҡытта документтарҙы ҡабул итеү комиссияһына шәхсән тапшырыу йәки уларҙы почта аша ебәреү мөмкинлеге лә ғәмәлдә.
Республикала төбәк юғары уҡыу йорттарын һайлаған сығарылыш уҡыусыларына ярҙам сараларын үҫтереү дауам итә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Атап әйткәндә, Берҙәм дәүләт имтиханында йөҙ балл йыйып, Башҡортостан университеттарына уҡырға инеүселәргә махсус бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡаралған. Төбәк Башлығы ҡабул итеү кампанияһын тейешле кимәлдә ойоштороуҙың мөһимлеген билдәләне.