Ҡариҙел районындағы трассала ҡурҡыныс фажиғә!

Бөгөн көндөҙ Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы юлының 72-се саҡрымында ҙур ДТП булған! Биш кеше үлгән! Сайтта яҙҙыҡ ⏬

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡариҙел районындағы трассала ҡурҡыныс фажиғә!Ҡариҙел районындағы трассала ҡурҡыныс фажиғә!
Ҡариҙел районындағы трассала ҡурҡыныс фажиғә!

Байҡыбаш ауылы янында Hyundai Solaris һәм Lada Priora бәрелешкән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, авария һөҙөмтәһендә биш кеше (бөтәһе лә өлкәндәр) һәләк була. Тағы ике зыян күреүсе оператив рәүештә Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһына оҙатылған. Урында ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Рәсәй МЧС-ы белгестәре деблокация үткәргән һәм ваҡиға урынында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин иткән. Авария сәбәптәрен Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре асыҡлай.

Автор:Айбулат Ишназаров