Яңауыл дауаханаһына - заманса УЗИ апппараты!

«Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектын тормошҡа ашырыу барышында Яңауыл үҙәк район дауаханаһына яңы ультратауыш диагностикалау ҡорамалды тапшырылды. Был хаҡта төбәк һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

Яңауыл дауаханаһына - заманса УЗИ апппараты!Яңауыл дауаханаһына - заманса УЗИ апппараты!
Яңауыл дауаханаһына - заманса УЗИ апппараты!

Аппарат үҙ класында иң заманса һәм алдынғылар иҫәбенә инә. Ул юғары сифатлы визуализация тәьмин итә, был диагностиканы юғары аныҡлыҡ һәм детализация менән үткәрергә мөмкинлек бирә.  

«Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектының төп маҡсаты — граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу планлаштырыла. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы цифрлаштырыу буйынса эш алып барыла. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: БР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас