

Уларҙың иң эреләре: Дүртөйлө — Нефтекама юлында Ағиҙел йылғаһы аша 745 погон метрҙан ашыу оҙонлоҡтағы күпер, Кропачево — Мәсәғүт — Әчит юлындағы Әй йылғаһы аша 300 погон метр оҙонлоҡтағы күпер һәм башҡалар. Барлыҡ ҡоролмаларҙың дөйөм оҙонлоғо яҡынса 1700 погон метр тәшкил итәсәк.
"Был яһалма ҡоролмалар алыҫ райондарҙа йәшәүселәргә транспорт бәйләнешен тәьмин итә, федераль трассаларға барып етергә мөмкинлек бирә, шулай уҡ иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү өсөн мөһим. Шуға күрә республика халҡы һәм ҡунаҡтары хәүефһеҙ һәм уңайлы хәрәкәт итә алһын өсөн уларҙы яҡшы хәлдә тотоу зарур", - ти
Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Эштәр уңайлы һауа торошо башланғас дауам итәсәк. Уларҙы 2026 йылдың аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.
Фото: БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.