

Беренсе вице-премьер Башҡортостанға сәфәренә йомғаҡ яһаны.
- Бөгөн беҙ төбәктең сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре менән таныштыҡ. Был двигателдәр эшләү һәм пилотһыҙ системалар. Күргәҙмәлә станоктар эшләү кластеры продукцияһын ҡараныҡ. Был республика өсөн дә, тотош ил өсөн дә иң перспективалы йүнәлештәрҙең береһе. Беҙҙә «Етештереү Һәм автоматлаштырыу саралары» милли проекты бар. Шуға күрә беҙ төбәктә яҡшы билдәле булған инструменттар аша ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәсәкбеҙ, – тип һөйләне Денис Мантуров.
Башҡортостан башлығы федераль сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы һәм республикала тармаҡты үҫтереүҙең төп йүнәлештәре тураһында һөйләне.
– Рәсәй Хөкүмәтенең, илдең Сәнәғәт Һәм Сауҙа Министрлығының системалы ярҙамы арҡаһында беҙҙең предприятиелар ҡатмарлы шарттарҙа ла тотороҡло эшләй, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Төбәктә ғәмәлдәге производстволар яңыртыла һәм яңылары барлыҡҡа килә, компаниялар инновацион технологиялар индерә һәм конкуренцияға һәләтле продукция сығара.
Республика етәксеһе Башҡортостандың технологик лидерлыҡты тәьмин итеү буйынса милли проекттарҙа ҡатнашыуы хаҡында ла һөйләне. Атап әйткәндә, нефть химияһы кластерын үҫтереү масштабын иҫәпкә алып, төбәктә «Яңы материалдар һәм химия» милли проектына айырыуса иғтибар бүленә.
Бынан тыш, сәнәғәт инфраструктураһына ингән "Алға" махсус иҡтисади зонаһы, индустриаль парктар һәм төрлө махсуслашыу кластерҙары әүҙем үҫешә.