Шок! Туймазыла өс ир тереләй янып үлгән!

Ҡот осҡос фажиғә Сыуаш-Олхан ауылында теркәлгән... Барыһын да сайтта аңлаттыҡ

Шок! Туймазыла өс ир тереләй янып үлгән!Шок! Туймазыла өс ир тереләй янып үлгән!
Шок! Туймазыла өс ир тереләй янып үлгән!

Янғын 6 март кисендә Пушкин урамындағы ағас йортта сыҡҡан.

Ҡотҡарыусылар килгән мәлдә йорт тулыһынса ут менән уратып алынған була. Емереклектәрҙе һүндереү һәм һүтеү барышында өс ирҙең кәүҙәһе табылған, уларҙың шәхестәре асыҡлана.

Ут менән профессиональ ҡотҡарыусылар ғына түгел, ирекле бригада ла көрәшкән. Янғындың сәбәбе әлегә асыҡланмаған.

Төбәк тәфтиш идаралығында үлем сәбәбен һәм янғын сығанағын асыҡлау өсөн экспертизалар тәғәйенләнгән. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас