Әсәйҙәр байрамында көн торошо нисек булыр?

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 8 мартта республика биләмәһендә болотло көн торошо көтөлә. Ҡар, төндә урыны менән көслө, ҡайһы бер райондарҙа буран, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыр тиҙәр. ⏬

Әсәйҙәр байрамында көн торошо нисек булыр?Әсәйҙәр байрамында көн торошо нисек булыр?
Әсәйҙәр байрамында көн торошо нисек булыр?

Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан секундына 9-14 метр тиҙлектә иҫәсәк, урыны менән секундына 15-20 метрға барып етәсәк. Һауа температураһы төндә -10,-15°, көндөҙ -7, -12°. Юлдарҙың айырым участкаларында 500 метр һәм унан кәмерәк күренештәрҙә күреү мөмкинлеге насараясаҡ.

Өфөлә болотло һауа торошо күҙаллана. Ҡар, урыны менән буран, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан секундына 9-14 м, урыны менән секундына 15-20 метр тиҙлектә иҫәсәк. Һауа температураһы төндә -10,-12°, көндөҙ -7,-9°.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас