

Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар вице – премьер-министры Александр Шельдяев республиканың үҙенең фәнни мәктәбе, алдынғы технологиялары менән киң билдәле булыуын һәм кластерлы үҫеш кимәле буйынса Рәсәйҙә беренсе милли рейтинг лидеры булыуын билдәләне. Бында алдынғы инвестиция проекттарын тормошҡа ашыралар, заманса производстволар, сәнәғәттең перспективалы йүнәлештәрендә компетенциялар булдыралар. Был эш стратегик әһәмиәткә эйә һәм төбәктең сәнәғәт үҫеше өсөн яңы мөмкинлектәр аса.
Денис Мантуров, атап әйткәндә, пилотһыҙ осоу аппараттарын, электр двигателдәрен һәм улар өсөн генераторҙарҙы эшләү һәм сығарыу менән шөғөлләнгән производство майҙансығы эше менән танышты.
***
Артабан Денис Мантуров Һәм Радий Хәбиров Өфө моторҙар эшләү берекмәһе һәм Өфө трансформаторҙар заводы майҙансыҡтарында булды. Аҙаҡ улар Башҡортостандың сәнәғәт предприятиелары продукцияһы күргәҙмәһен ҡараны.