Денис Мантуров һәм Радий Хәбиров МХО-ға гумконвой оҙатыуҙа ҡатнашты

6 мартта РФ Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуров һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашҡан төбәк яугирҙәре өсөн гуманитар ярҙам менән колонна ебәреүҙә ҡатнашты.

Денис Мантуров һәм Радий Хәбиров МХО-ға гумконвой оҙатыуҙа ҡатнаштыДенис Мантуров һәм Радий Хәбиров МХО-ға гумконвой оҙатыуҙа ҡатнашты
Денис Мантуров һәм Радий Хәбиров МХО-ға гумконвой оҙатыуҙа ҡатнашты

Йөк составында 17 автомобиль, шул иҫәптән ике бронялы "Урал", 11 УАЗ һәм дүрт ВАЗ автомобиле, "Урал" мотоциклы, FPV-дрондар, генераторҙар, бензобысҡылар, таҡта-маҙар, маскировкалау селтәрҙәре, антидрон юрғандар, төҙөлөш материалдары һәм инструменттар ебәрелде.

Бынан тыш, конвой тимер карауаттар, көнкүреш техникаһы, кейем-һалым һәм йылы әйберҙәр, автозапчастәр окоп шәмдәре, эсәр һыу, медикаменттар һәм медицина ҡорамалдары, тәү кәрәк-яраҡ әйберҙәре һәм адреслы посылкалар алып барасаҡ.

Бер юлы террор һөжүменән зыян күргән Белгород һәм Белгород өлкәһенең тыныс халҡы ярҙам аласаҡ. Уларға аҙыҡ-түлек, консервалар, шәхси гигиена саралары, көнкүреш химияһы һәм кейем килтереләсәк.

Йөк әҙерләүҙә республика власть органдары, муниципалитет хакимиәттәре, йәмәғәт ойошмалары һәм төбәк халҡы ҡатнашҡан.

Денис Мантуров республика халҡы яғынан яугирҙарға ярҙам итеүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Сегодняшнее событие является продолжением очень важной миссии помощи тыла фронту. Для Башкортостана это уже 174-й гуманитарный конвой с момента начала специальной военной операции. Хотел бы поблагодарить руководство республики, предприятия и организации, волонтёров и всех неравнодушных граждан за такое трепетное отношение к нашим бойцам и мирным жителям, которые каждый день смотрят в лицо опасности, – сказал Денис Мантуров. – Отдельно отмечу гуманитарный груз для жителей Белгородской области. Это символ общей заботы и солидарности с регионом, который подвергается интенсивным преступным атакам. 

Радий Хәбиров хәрбиҙәргә ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

– С начала СВО примерно каждые 10 дней мы отправляем гумконвои для наших бойцов. Мы привозим то, что помогает им выполнять боевые задачи, оставаться живыми, невредимыми и иметь хоть какой-то комфорт, – подчеркнул Глава региона. – Будем продолжать помогать нашим ребятам столько, сколько это будет нужно. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас