

1. Ватыҡ көҙгө. Элек электән бәхетһеҙлек алып килә тип һанала. Шуға көҙгө ватылһа, уны өйҙә тотмаҫҡа кәрәк
. 2. Ярыҡ, сатнаған һауыт-һаба. Сатнаған тәрилкәлә, ярыҡ стаканда ашап-эсеү генә түгел, хатта уларҙы өйҙә тотоу ҙа зыянлы. Уңыш, байлыҡ энергияһы ярыҡтар аша ағып сыға, тиҙәр. Шундай һауыттарҙы йәлләмәйенсә ырғытығыҙ.
3. Иҫке, туҙған аяҡ кейеме. Бигерәк тә өйҙә йөрөй торған иҫке тапочкалар үҙенә күп негатив энергия йыя. Уларҙы аяҡ аҫтында тотһағыҙ, негатив өйҙә ҡала. Иҫке, йыртыҡ, кейелмәгән аяҡ кейеменән арыныу яҡшы.
4. Буш шешәләр. Белгестәр раҫлауынса, буш шешәләр - негатив энергияны йыйыусылар. Буш шешәләрҙе йыйып тормағыҙ, йә ҡулланығыҙ, йә ырғытығыҙ.
5. Иҫке һепертке һәм иҙән сепрәктәре. Был әйберҙәр - өйҙәге бысраҡты, туҙанды йыйыусылар. Улар үҙенә күп негатив йыя. Иҫке һеперткене лә, иҙән сепрәген дә ваҡыты-ваҡыты менән алмаштырып торорға кәрәк. Иҫкеләрен өйҙә һаҡлау - насар энергияны һаҡлау менән бер.
6. Мәрхүмдәрҙең әйберҙәре. Яҡын кешегеҙҙең иҫтәлеген хөрмәтләү - изге, әммә уның әйберҙәрен күпләп һаҡлау, бигерәк тә кейем-һалымды, яҡшы түгел. Улар йәшәү көсөгөҙҙө алыуы мөмкин. Иң кәрәкле әйберҙәрҙе генә, йәки фотографияларҙы ғына ҡалдырырға була.
7. Үрмәләп үҫкән үҫемлектәр. Был бигерәк тә йоҡо бүлмәһенә ҡағыла. Үрелмәләп гөлдәр (лианалар) кешенең фекерҙәрен бутарға, уйҙарын "бутап" бөтөрөүе мөмкин. Улар энергияны "һурыусы" үҫемлектәр тип һанала. Уларҙы өйҙән сығарыу асығыраҡ фекерләргә ярҙам итәсәк.