Александра Шельдяевтан - мөһим киҫәтеү!

Төбәк хөкүмәте вице-премьеры барыһын да иғтибарлы булырға саҡырҙы. 

Александра Шельдяевтан - мөһим киҫәтеү!Александра Шельдяевтан - мөһим киҫәтеү!
Александра Шельдяевтан - мөһим киҫәтеү!

Башҡортостан хөкүмәте урынбаҫары Һәм республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев үҙенең соцселтәр сәхифәләренә яҙылыусыларына һәм ҡул аҫтындағыларға иғтибарлы булырға үтенеп мөрәжәғәт итте. Чиновник һөйләүенсә, мессенджерҙарҙа уның исеменән ялған аккаунттар булдырылған.

"Уларҙың миңә бер ниндәй ҙә ҡағылышы юҡ. Һеҙҙән иғтибарлы булыуығыҙҙы һәм ошо профилдәрҙән килгән хәбәрҙәргә яуап бирмәүегеҙҙе, шулай уҡ бер ниндәй ҙә шәхси йәки хеҙмәт мәғлүмәтен тапшырмауығыҙҙы һорайым. Хәбәрҙәр килгән осраҡта уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырыуығыҙҙы һорайым», — тип аныҡлыҡ индерҙе Александр Шельдяев.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас