7 меңдән ашыу кешене алып ҡайтасаҡтар!

Рәсәйҙең Транспорт министрлығы Яҡын Көнсығыштан ватандаштарҙы сығарыу өсөн 43 рейс ойошторасаҡ.

7 меңдән ашыу кешене алып ҡайтасаҡтар!7 меңдән ашыу кешене алып ҡайтасаҡтар!
7 меңдән ашыу кешене алып ҡайтасаҡтар!

Аҙна башынан алып Яҡын Көнсығыш илдәренән Рәсәй һәм сит ил авиакомпаниялары 139 рейста 28,6 мең кешене сығарҙы. РФ Транспорт министрлығы мәғлүмәте буйынса, 7 мартҡа 43 рейс планлаштырылған, унда 9,2 мең рәсәйле тыуған иленә ҡайтасаҡ.

"Коммерция рейстары менән ташыу буйынса график 10 мартҡа тиклем, элек һатып алынған авиабилеттарҙы бронләүҙе иҫәпкә алып, төҙөлгән. Һауа киңлеген файҙаланыуға сикләүҙәр һаҡлана, шуға бәйле РФ авиакомпаниялары Яҡын Көнсығыш илдәренә билеттар һатыуҙы 14 мартҡа тиклем туҡтатып тора. Март аҙағына тиклем „Аэрофлот“ (12 марттан) һәм „Победа“ (9 марттан) авиакомпанияларының Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре аэропорттарына рейстары туҡтатылды», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр министрлыҡта.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас