Уның артынан атаһы, ағаһы һәм туғандары МХО-ға юлланған

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемендәге батальоны яугиры, «Памир» позывнойлы сержант махсус хәрби операция биләмәһендә  хеҙмәт иткәнгә тиклем радио менән идара итеү моделдәре, идара итеү пультындағы самолеттар менән мауыҡҡан.

Уның артынан атаһы, ағаһы һәм туғандары МХО-ға юлланғанУның артынан атаһы, ағаһы һәм туғандары МХО-ға юлланған
Уның артынан атаһы, ағаһы һәм туғандары МХО-ға юлланған

Хоббиһының фронтта кәрәге тейгән, ул  БПЛА операторы булып киткән. «Памир» үҙе Әлшәй районының Дим ауылынан. 2021-2022 йылдарҙа әрме сафында хеҙмәт иткән. Унан һуң мобиль бәйләнеш салонында эшләгән. Ә 2023 йылда контракт төҙөп, МХО биләмәһенә юлланырға ҡарар итә.

– Махсус операция башланғанда әрмелә хеҙмәт иттем. Беҙҙең подразделение Украина сигендә урынлашты. Ул саҡта беҙ яугирҙарға ярҙам иттек. Был ваҡиғалар, моғайын, уйланырға этәргес булғандыр. Демобилизациянан һуң бер йылдан саҡ ҡына аҙыраҡ эшләгәс, махсус операция тураһында уйҙар мине ҡалдырманы. Көндөҙ эштәмен, ә кисен аш ваҡытында Донбасс тураһында уйҙарға ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайта инем. Эстә ниндәйҙер борсолоу, уңайһыҙлыҡ бар ине. Шуға күрә хәрби комиссариатҡа барып, Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә ҡарар иттем. Һуңынан атайым, ағайым һәм башҡа туғандарым, дуҫтарым юлланды», — ти «Памир».

Яугир  йыш ҡына БПЛА операторҙарының эшен күрә. Бер ваҡыт ул командир янына килә лә офицерҙан дрон менән идара итеү пульты менән хәрби бурыстарҙы үтәүгә рөхсәт һорай. Командование ҡаршы булмай, бигерәк тә «Памир» хәрби заданиеларҙы үтәгәндә бер нисә тапҡыр аҡыллылыҡ, ҡыйыулыҡ һәм тәүәккәллек күрһәтә.

– БПЛА – дошман менән көрәштең яңы ысулы. Әммә һәр ғәскәрҙең үҙ ысулдары һәм һөнәри оҫталығы  бар. Һәр кем үҙ эшен башҡара. Беҙ һәр ваҡыт штурмовиктар, артиллеристар һәм танкистар менән бәйләнештә булыуыбыҙ аңлашыла. Әммә беҙ хәрби бәйләнеш һыҙығынан алыҫта эшләйбеҙ. Икенсе һыҙыҡта, хәүефһеҙерәк урында ултырабыҙ. Беҙ үҙ позицияларыбыҙҙы күрһәтмәҫкә тырышабыҙ, сөнки, әгәр дошман беҙҙе тапһа, нөктәгә һуғасаҡ. Фронт фронт инде һәм БПЛА операторы эше —  бик яуаплы», — тип билдәләне «Памир». Махсус операция зонаһында бпла операторы һөнәре ҙур һорау менән файҙалана, тип билдәләй «Памир».

 Сержант әйтеүенсә, пилотһыҙ осоу аппараттары менән подразделениелар күберәк булған һайын, хәрби бурыстар һөҙөмтәлерәк үтәлә һәм Рәсәй армияһы алға бара.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас