Путиндың указы менән "Герой-әсә"ләргә аҡсалата өҫтәмә!

Быйылдан тәүге тапҡыр «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булған ҡатын-ҡыҙҙарға айлыҡ түләү тәғәйенләнде.

Путиндың указы менән "Герой-әсә"ләргә аҡсалата өҫтәмә!Путиндың указы менән "Герой-әсә"ләргә аҡсалата өҫтәмә!
Путиндың указы менән "Герой-әсә"ләргә аҡсалата өҫтәмә!

Башҡортостандың Социаль фонды бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, 2026 йылдың башынан герой-әсәләр өсөн яңы ярҙам саралары күрһәтелә.

— Рәсәй президенты Владимир Путиндың указы менән Башҡортостанда «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булған ҡатын-ҡыҙҙарҙың пенсияһына өҫтәмә һәм айлыҡ аҡсалата түләү тәғәйенләнә, — тип билдәләнеләр ведомствола.

Айлыҡ аҡсалата түләү «Герой-әсә» исемен алған көндән алып ғаризаһыҙ тәртиптә тәғәйенләнә, ләкин 2025 йылдың 1 ғинуарынан һуң ғына. Түләүҙең күләме йыл һайын индексацияланырға тейеш. 2026 йылдың 1 февраленән айлыҡ аҡсалата түләү 5,6% арттырылды (76,4 мең һум).

Әлеге көнгә ҡарата Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһе республикала йәшәгән 10 герой-әсәгә айлыҡ аҡсалата түләү тәғәйенләгән.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас