

Аллаһы Тәғәлә күңелдәребеҙгә иман нуры, йөрәктәребеҙгә изгелек һәм мәрхәмәт һалһын. Бер-беребеҙгә изгелекле, ярҙамсыл булып, яҡшы уй-ниәттә генә йәшәргә насип булһын. Раббыбыҙ ҡылған изге ғәмәлдәребеҙҙе ҡабул итеп, әжер-сауаптарын мул итеп бирһен.
Һәр беребеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле ғүмер, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы һәм ике донъя бәхете насип итһен. Донъялар тыныс булып, махсус хәрби операцияла йөрөгән яугирҙарыбыҙға иҫән-имен әйләнеп ҡайтырға яҙһын. Ҡылған доғаларыбыҙ, изге теләктәребеҙ ҡабул булһын, ин шәә Аллаһ.