

Беренсенән, контракт төҙөгәндә яңы ғәскәр төрө яугирҙары 1,4 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ала.
Икенсенән, уларға ай һайын 220 мең һумдан ашыу аҡса түләнә, был дәрәжәгә, вазифаға һәм хеҙмәт стажына бәйле.
Өсөнсөнән, улар өсөн хәрби бурыстарҙы үтәгән өсөн өҫтәмә түләүҙәрҙа ҡаралған — 50 меңдән 500 мең һумға тиклем. Шулай уҡ БПЛА операторҙары хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын һәм бынан килеп сыҡҡан бөтә өҫтөнлөктәр һәм ярҙам сараларын ала.
Бынан тыш, пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре яугирҙарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ла, башҡа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ла шул уҡ республика ярҙам саралары ҡағыла. Уларҙың балалары мәктәптәрҙә бушлай ашай, «Һөт кухняһы» нан аҙыҡ-түлек, айына 60 ҡала һәм ҡала яны автобустарында йөрөү, лагерҙарға юллама ала. Шулай уҡ балаларға сиратһыҙ балалар баҡсаһына урын бирелә, балалар баҡсаһы өсөн түләүҙән азат ителә. Уҡыусылар бушлай оҙайтылған көн төркөмөнә, түңәрәктәргә һәм секцияларға йөрөй, колледждарға һәм юғары уҡыу йорттарына бюджет урындарына уҡырға инә һәм бушлай ятаҡтан урын бирелә.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары белем биреү сертификаттары һәм эшкә урынлашыуҙа ярҙам, шифаханаларға бушлай юлламалар, «Торлаҡ өсөн аҡса туплау» программаһы буйынса ташламалар, йортто газлаштырыуға йөҙ мең һум күләмендә субсидия, ауылда йорт йәки фатирға сертификат, психологик һәм юридик ярҙам ала, өйҙә социаль хеҙмәттәр менән файҙалана ала, мәҙәни сараларға бушлай йөрөү. Ғаиләләр сүп-сар сығарыу, транспорт һалымы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн пеня түләүҙән азат ителә, баҙар хаҡынан түбәнерәк хаҡҡа торлаҡ һатып алырға, кредит каникулдарын рәсмиләштерергә мөмкин. Уларға бөтәһе 50-нән ашыу төр ташлама ҡаралған.
Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә контракт бер йыл һәм унан күберәккә төҙөлә. Ул тамамлағас, контрактты өҙөргә йәки яңыһын төҙөргә мөмкин. Документта БПЛА операторын, уның ризалығынан тыш, БПЛА менән идара итеү менән бәйле булмаған башҡа һөнәргә йәки ғәскәрҙәрҙең башҡа төрөнә күсереп булмай типелә. Әгәр контрактты студенттар төҙөһә, уларға академик отпуск алыу, ә хеҙмәттән һуң бюджет урындарына ҡайтыу хоҡуғы бирелә.
Фото: Т. АМАНОВ.