– Ҡоро армия душы – гигиена йыйылмаһы, уның составына бер тапҡыр ҡулланыла торған таҫтамал һәм махсус медицина сараһы менән һуғарылған дорнит агро сүсенән губка инә. Һыу аҙ булған осраҡта (30-50 мм) ул күп күләмдә күбек бирә, ул тиреһен таҙарта һәм һыу менән йыуыуҙы талап итмәй.
Уҡытыусы Әлфиә Ғәлләм ҡыҙы уҡыусыларға ҡоро душ эшләүҙең маҡсаттарын, уның файҙаһын, яугирҙар өсөн бик кәрәкле әйбер булыуын һөйләп, эшләү барышын күрһәтте. Уҡыусылар тиҙ генә өйрәнеп алып, ҙур ихласлыҡ менән 30 ҡоро душ эшләне. Балалар пакеттарға йөрәк йылыһын, иң изге теләктәрен һалды. Ошондай изге эштәр башҡарғанда уҡыусыларҙа патриотик рух тәрбиәләнә. Илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килеүен теләйбеҙ! – тип хәбәр итәләр Ейәнсура районының «Айыҡ ауыл» төркөмөндә.
Фото: Т. АМАНОВ.