- Иртә менән яҡшы теләк теләү ҙә көнө буйы кәйефте күтәреп, кешене ыңғайға көйләй.
- Файҙалы китап уҡығыҙ. Был шөғөлгә көнөнә 30 минут ҡына ваҡыт бүлһәң, байтаҡ китап уҡырға була.
- Спорт менән шөғөлләнегеҙ. Эйе, саҡ ҡына иртәрәк торорға кәрәк була. Яйлап был файҙалы шөғөлгә әйләнәсәк.
- Мөһим эштәр. Иртә менән эштә булһағыҙ, бөтә мөһим эште тап ошо ваҡытта башҡарырға тырышығыҙ. Мәктәп һәм университеттар ҙа иртә менән эш башлай. Иртәнсәк иң ауыр мәсьәләләр ҙә хәл ителә.
- Көнөгөҙҙө планлаштырығыҙ. Иртә менән тотош көнгә уй-маҡсаттар билдәләп ҡуйыу яҡшы һөҙөмтә бирә.
- Рәхмәтле булыу. Иртә менән бар булған ниғмәттәр өсөн шөкөр итеп, рәхмәт әйтергә кәрәк.
- Һыу. Иртә менән тере һыу эсеү организмға етмәй торған һыу запасын тултыра.
Дөрөҫ планлаштырылған көн бар яҡтан файҙалы үтер. Үҙегеҙгә ваҡыт ҡалыр, яңы шөғөл өйрәнергә лә буш мәл бүленер. Тик бының өсөн әҙ генә иртәрәк торорға тура киләсәк.
Фото асыҡ сығанаҡтан.