

«Фатиха» сүрәһе – Аллаһы Тәғәләнең беҙгә ебәргән һөйөклө бер доғаһы. Унда Аллаһы Тәғәләнең ҡайһы бер исемдәре, сифаттары телгә алына. Бәләкәй саҡтан көн һайын был сүрәне уҡыған кешенең кешелек сифаты ла үҙгәрә башлай, Аллаһы Тәғәләнән башҡа, берәүҙең дә алдында башын эймәҫ.
Әлеге сүрә күп сауаптар килтерер, ул һәр намаҙҙа уҡылырға тейеш. Уны уҡымайынса намаҙ ҡылыу мөмкин түгел. Сөнки пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһиссәләм «Фатиха»һыҙ ҡылынған намаҙҙың еренә етмәүе һәм хаталы булыуы тураһында әйткән.
«Фатиха» сүрәһенең ҡиммәтен аңлап бөтөрөү мөмкин түгел. «Фатиха»ны үҙем менән ҡолом араһында икегә бүлдем, яртыһы – минеке, яртыһы – ҡоломдоҡо. Ҡоломдоң теләгәне хаҡ, үҙенә биреләсәк», – тигән бер хәҙис тә уның әһәмиәтен аңларға ярҙам итә.
«Фатиха» сүрәһе шифа биреү маҡсаты менән дә уҡылыр. Бер хәҙистә түбәндәгеләр һөйләнелә. Ғәрәп ҡәбиләләренең берәүһен саян саҡҡан. Төрлө саралар ҡулланыуға ҡарамаҫтан, уны дауалап булмаған. Бары тик «Фатиха» сүрәһен уҡығандан һуң ғына хәле яҡшырған. «Фатиха» сүрәһен уҡығас, Аллаһы Тәғәлә шифаһын да биргән.
«Фатиха» сүрәһе
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим
Әл-хәмдү лилләәһи раббил-ғәләмиин
Әр-рахмәәнир-рахиим
Мәәлики йәүмид-диин
Иййәәкә нәғбүдү үә иййәәкә нәстәғиин
Иһдинә-ссыираат-аль-мүстәҡиим
Сыираат-әл-ләҙиинә әнғәмтә ғәләйһим ғайри-л мәғдүүби ғәләйһим үә ләәд-дааальлииин. Әмин.