

Башҡортостан етәксеһенең хәләл ефете, «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова патронажы аҫтында үткән сарала бөтәһе 270-кә яҡын кеше ҡатнашты.
«Һеҙ матур ғына түгел, бик көслө, талантлы һәм бәхетле ҡыҙҙар. Бөгөн мин һеҙгә һәр ваҡыт шулай матур булыуығыҙҙы, был тормоштағы бөтә ауырлыҡтар һәм ауырыуҙар сигенеүен, тормошобоҙҙағы бөтә нәмәне еңеүегеҙҙе теләйем. Бөгөн әсәйҙәрегеҙгә лә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Беҙ һәр ваҡыт һеҙҙең яҡта эргәгеҙҙә буласаҡбыҙ, һәр ваҡыт ярҙам итәсәкбеҙ һәм яҡлаясаҡбыҙ, – тине ҡотлау сәләмендә Радий Фәрит улы.
Йәш принцессаларҙы байрам менән төбәк етәксеһенең хәләл ефете Каринэ Хәбирова ла ҡотланы. Театр фойеһында принцессаларҙы артистар һәм ирекмәндәр сәләмләне, улар ҡыҙҙарға – таж һәм сәскә беләҙеген, ә әсәйҙәренә гөлләмә бүләк итте. Театрҙың Грек залында әкиәт персонаждары интерактив уйындар үткәрҙе. Сарала ҡатнашыусылар улар менән бергә йырланы, бейене. Балдың аҙағында ҡыҙҙар әсәйҙәре менән музыкаль спектакль ҡараны, бүләктәр алып ҡыуанды.