Бөтә яңылыҡтар

Студенттар ҙа БПЛА операторы була ала

Студенттар тәүҙә РФ Оборона министрлығы полигонында ике айлыҡ әҙерлек үтергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта коммерция нигеҙендә белем алыусы юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн билдәле бер ташламалар ҙа ҡаралған. Был хаҡта граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу буйынса Өфө пункты офицеры Алмаз Ғабдрахманов белдерҙе.

Студенттар ҙа БПЛА операторы була ала
Студенттар ҙа БПЛА операторы була ала

– Әйтәйек, хәҙер уҡыу йорттарында коммерция нигеҙендә белем алыусы студенттар академик отпуск алып, бер йылға махсус контракт төҙөй. Әгәр хеҙмәт иткәндән һуң, кире ҡайтырға теләһә, улар уҡыуын ташламалы нигеҙҙә дауам итәсәк. Был бюджет нигеҙендә буласаҡ, йәғни студентты көндөҙгө бүлеккә күсерәләр. Сөнки хеҙмәт итеүсенең «Хәрби хәрәкәттәр ветераны» тигән статусы була, был да – ташлама.

Ғәскәрҙәрҙең яңы төрөнә әҙерләү өсөн беҙ кандидаттарҙы РФ Оборона министрлығының уҡыу пункттарына ебәрәбеҙ, улар унда кәмендә ике ай уҡый. Был – теория ла, практика ла. Унан һуң хәрби частарға таралалар. Уҡытыу хәрби хәрәкәттәрҙә шәхсән ҡатнашҡан тәжрибәле операторҙар һәм инструкторҙар тарафынан алып барыла. Контракт төҙөү өсөн йәшәү урыны буйынса хәрби комиссариатҡа йәки Өфө ҡалаһындағы һайлап алыу пунктына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Үҙең менән паспорт, хәрби билет алыу һорала, – тине Алмаз Ғабдрахманов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә алыу дауам итә. Пилотһыҙ системалар ғәскәренә 122 телефоны буйынса шылтыратып яҙылырға мөмкин.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ

 

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас