10 февралдә Сыбай ҡалаһында "Урал аръяғы лигаһы" үтте. КВН-ды яратыусылар өсөн был ысын байрам булды: сәхнәлә көслө командалар сығыш яһаны, зал ҡатнашыусыларҙы ҙур шау-шыу менән ҡаршы алды. Бөтәһе 8 команда ҡатнашты.
26 февралдә "Төньяҡ-көнсығыш лигаһының" фестивален Дыуан районы ҡаршы алды. Бында да үҙенсәлекле юмор менән 6 команда көс һынашты һәм юғары әҙерлек дәрәжәһе күрһәтелде.
3 март көндө Ишембай ҡалаһының Йәштәр һарайында "Көньяҡ шаян-лигаһының" фестивале үтте, бөтәһе 6 команда ҡатнашты.
Һәр зонала ярыш ҡыҙыу барҙы, был проекттың әһәмиәтен һәм йәштәр араһындағы ҙур ҡыҙыҡһыныуҙы раҫлай. Зональ этаптарҙы 12 мартта “Төньяҡ-көнбайыш шаян-лигаһының” фестивале тамамлай.
Бөтә командаларға ла уңыш, илһам һәм ҡыҙыҡлы сығыштар теләйбеҙ! Шаян-лига–2026 күп ҡыҙыҡлы саралар, ваҡиғалар, яңы исемдәр һәм онотолмаҫ осрашыуҙар әҙерләй.
«Ысынлап та, үткән йылдың уйындарына 20-нән ашыу команда ҡатнашты. Быйыл да зона этаптарында 20-нән ашыу команда уйнар тип ышанабыҙ, ә Суперфинал апрелдә Өфөлә үтәсәк», — тип белдерә РОО РБ «Башҡорт асыҡ КВН лигаһы» идараһы рәйесе Ангелина Халикова.